Иглин районында ирекмәндәр ике үҫмерҙе эҙләй. 13 йәшлек Люба һәм 12 йәшлек Данилды эҙләүҙәре тураһында “Лиза Алерт” социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Балаларҙан 9 сентябрҙән алып бер хәбәр ҙә юҡ. Уларҙы күргән кешеләр булһа, мотлаҡ ашығыс хеҙмәт телефонына (112) йәки ирекмәндәргә (8-800-700-54-52) шылтыратыуығыҙҙы үтенәләр. Яңы мәғлүмәттән күренеүенсә, үҫмерҙәр бер тапҡыр шылтыратып өлгөргән, аҙаҡ телефондарының зарядкаһы бөткән. Улар урманда, һаҙлыҡлы урында аҙашҡан булырға тейеш. Ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре аяҡҡа баҫтырылған.
Айырым билдәләре: Любаның буй оҙонлоғо 157 сантиметр, йәшел күҙле, ҡара сәсле (фотола сәстәре буялған). Ҡара салбарҙа, аҡ блузкала, ҡара-күк кроссовкала булған. Данилдың буй оҙонлоғо 160 сантиметр, ҡыҫҡа сәсле, һорғолт-йәшел күҙле. Ниндәй кейемдә булыуын белмәйҙәр.
Балаларҙың ҡайҙалығын белеүселәр булһа, зинһар, хәбәр итегеҙ! Уларҙы көтәләр, борсолалар!