7 сентябрҙә таң менән республиканың Хәйбулла районында үлемесле авария булды. 23 йәшлек Азамат исемле егет “Лада Приора” автомобилендә Сибай - Аҡъяр трассаһы буйлап китеп барған була, тик ниндәйҙер сәбәп буйынса идара итеү һәләтен юғалта һәм юлдан ситкә оса.
Егет бик ауыр йәрәхәттәр ала. Урынға килеп еткән табиптар уны “Ашығыс ярҙам” машинаһына һалырға өлгөрә, тик иҫән килеш дауаханаға алып барып еткерә алмай. Әйткәндәй, Азаматтың водитель танытмаһы булмауы ла асыҡлана.
Әле “КП-Уфа” баҫмаһы белдереүенсә, Азамат Хәйбулла районы ауылдарының береһендә йәшәгән. Уны ошо көндәрҙә ерләгәндәр. Егеттең һөйгән ҡыҙы ҡалғаны билдәле, улар өйләнешергә йыйынған.
"Мин һине шул тиклем яратам һәм ғүмерем аҙағына тиклем яратасаҡмын. Һин мәңгегә минең йөрәгемдә ҡалырһың. Күпме пландар ҡора инек, уларҙы тормошҡа ашырырға хыялландыҡ. Һаман ышана алмайым, был ҡурҡыныс төш кеүек. Минең өсөн башҡарған эштәрең, арабыҙҙа булған яҡшы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт, ҡәҙерлем. Мин һине бер ҡасан да онотмам", – тип яҙған уның һөйгән ҡыҙы социаль селтәрҙә.
Их йәштәр... Күпме кешене, яҡындарығыҙҙы ҙур ҡайғыға һалып, был донъянан бигерәк иртә китәһегеҙ. Юл бик хәүефле урын, шуны онотмайыҡ. Машинаға ултырҙың икән, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Ә таныҡлығың булмаһа, тимәк, бөтөнләй рулгә ултырмау хәйерле.
Беҙ егеттең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.