Хәүефһеҙлек
12 Сентябрь 2020, 17:00

“Беҙ улар өсөн футбол тубы һымаҡ...”

- Нисек теләйҙәр, шулай типкеләйҙәр. Ейәнсәрем ҡурҡышынан өҫтәл аҫтына йәшеренде...

Нуғай ҡасабаһында электриктарҙың хаталаныуы сәбәпле пенсионерҙарҙың өйөндәге өс телевизор, компьютер техникаһы, система блогы бер минутта янып сыҡҡан.
Кухняла сәй эсеп ултырғанда, өйҙә лампочкалар шартлап ватыла башлаған. ”Ейәнсәрем ҡурҡышынан өҫтәл аҫтына йәшеренде, бик ҡурҡыныс ине... Техниканан бер һыуытҡыс ҡына зыян күрмәне”, - ти пенсионер Евгений Васильев. Өлкәндәр бишенсе класта уҡыған Арина өсөн ныҡ борсола: компьютер янып юҡҡа сыҡҡас, нисек уҡыр?
Электриктар урамдағы алюмин үткәргестәрҙе алмаштырғандан һуң утҡа тоташтырғанда фазаларҙы бутаған. Өйҙәге 220 вольт урынына көсөргәнеш 380 вольтҡа еткән һәм электр селтәренә тоташтырылған бөтә приборҙар янған.
Линияла Яңы Өфө базаһындағы “Башкирэнерго” бригадаһы эшләгән. Етәкселектең пенсионерҙың дәғүәһенә иҫе китмәгән. “Бына тикшереү тамамланһын, страховкалау компанияһы иҫәпләһен, аҙаҡ билдәле булыр, тинеләр. Бармаҡтарын да ҡыбырҙатҡылары килмәй. Кәм тигәндә 150 мең һумлыҡ зыян күрҙем. Ә улар “страховка компанияһы үҙе иҫәпләгәнсә түләүҙе билдәләр” ти... Беҙ улар өсөн футбол тубы һымаҡ, нисек теләйҙәр, шулай типкеләйҙәр, улар өсөн кеше түгелбеҙ”, - тип аҙарына пенсионер.
“Башкирэнерго” зыянды ҡапларға әҙерлеген белдерә. Тик бының өсөн ғариза яҙырға, тейешле бөтә документтарҙы йыйырға, янған техниканы экспертизаға илтергә кәрәк. Шунан һуң ғына страховкалау компанияһы зыянды ҡаплаясаҡ.
Фото: BashNews.
Читайте нас