Хәүефһеҙлек
12 Сентябрь 2020, 11:30

Бер тәүлектә - өс ҡорбан

Ҡара кейемле йәйәүле юлға ҡапыл килеп сығып...

Республикала кисә ике кеше тапалып һәләк булған.
Йәрмәкәй районында “Ланда-Гранта” автомобиле менән идара иткән 17 йәшлек егет Калиновка - Елән-шишмә автоюлында китеп барған ҡыҙҙы бәрҙерә. Водитель танытмаһыҙ йәш кеше юлға ҡапыл килеп сыҡҡан, яҡтыртҡыс ҡайтарғыс элементтары булмаған ҡара кейемдәге йәйәүлене абайламай ҡала. Ҡыҙ фажиғә урынында йән бирә.
Оҡшаш хәл Әлшәй районында ла теркәлә. Сораҡай һәм Ҡаран ауылдары араһындағы юлда 20 йәшлек егет "Skoda Rapid" автомобиленән тапалып үлә. Рулдә ошонда йәшәгән 35 йәшлек водитель була.
Кисә Бишбүләк районында ла юл фажиғәһе теркәлә. «Иж Планета-5» мотоциклында 44 йәшлек ир канауға оса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр йәрәхәттәрҙән йән бирә. Әйткәндәй уның да водитель таныҡлығы булмай.
Фажиғәгә килтергән юл-транспорт ваҡиғалары буйынса тикшереү бара.
Тәүлек эсендә республика юлдарында 12 авария теркәлгән, өс кеше үлгән, 12-һе имгәнгән. 47 водитель эскән килеш автомобиль менән идара итеп тотолған.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас