Хәүефһеҙлек
13 Сентябрь 2020, 07:15

Түләмәһә, ҡолаҡ ҡағасаҡ

365 мең һум бурысы өсөн ханымды һәм уның затлы автомобилен...

Кушнаренко районында суд приставтары бер ханымдың Jaguar маркалы элиталы автомобилен ҡулға алған.
Затлы машинала йөрөргә яратҡан ҡатын, баҡһаң, республика буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, мөлкәте, ере, транспорт сараһы өсөн күптән һалым түләгәне юҡ. Бурыстың дөйөм суммаһы 365 мең һум самаһы тәшкил итә.
Ә суд приставтары арест һалған премиум класлы автомобиль ике миллион һум самаһы тора. Әгәр ҙә ҡатын билдәләнгән ваҡыт эсендә бурыстарын түләмәһә, уның Jaguar автомобиле һатыласаҡ, ә аҡса хужабикәнең бурыстарын ҡаплауға китәсәк.
Фото: республика буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте.
Читайте нас