Кисә Шишмә районында сыҡҡан янғында ир кеше һәләк була. Баҡсасылар ширҡәтендә 4х4 метр ҙурлыҡтағы йортта ут тоҡана. Янғынды һүндереүҙә өс берәмек техника һәм ете ҡотҡарыусы ҡатнаша.
“Ҡыҙыл әтәс” ауыҙлыҡлана, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәттән тыш хәл ҡорбанһыҙ үтмәй - янған йортта 67 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Янғындың сығыу сәбәбен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Ҡотҡарыусылар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.