Стәрлетамаҡта хәбәрһеҙ юғалған 82 йәшлек Байҙа Ҡорбанғәлиеваны эҙләйҙәр. 11 сентябрҙә өйөнән сығып киткән инәй һаман да әйләнеп ҡайтмаған.
Яҡындары әйтеүенсә, ул был юлы ҡайҙа юл тотҡанын өндәшеп тормаған. Инәйҙең туған-тыумасаһы бик борсола, аптырап ирекмәндәргә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Улар менән бәйләнешкә инеү өсөн телефон: 8-987-106-06-01 йәки 02.
Айырым билдәләре: ҡаҡса кәүҙәле, буй оҙонлоғо яҡынса 150 сантиметр, сал сәстәре яурынына тиклем төшөп тора. Һорғолт төҫтәге кофтала , ҡара курткала, йәшел яулыҡта һәм күк галоштарҙа булған. Инәйҙе күреүселәр булһа, мотлаҡ шылтыратығыҙ!