Хәүефһеҙлек
17 Сентябрь 2020, 06:30

Танымаһаң, бәшмәк йыймауың хәйерлерәк

Һигеҙ ай эсендә республикала 20 кеше...

Һигеҙ ай эсендә республикала 20 кеше бәшмәк ашап ағыуланған. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы ошо хаҡта хәбәр итә.
Ағыуланыуҙың бөтә осраҡтарында ла кеше үҙе ғәйепле. Ағыулы бәшмәкте урманда йыйғандар һәм өй шарттарында әҙерләгәндәр. Бәшмәк менән ағыуланыу башҡа аҙыҡ-түлек менән ағыуланыуға ҡарағанда күпкә ауыр үтә, тип билдәләй белгестәр. Айырыуса ул балалар һәм өлкәндәр һаулығы өсөн хәүефле.
Ғинуар-июнь айҙарында республикала бәшмәк менән ун кешенең ағыуланыуы билдәле булһа, хәҙер уларҙың һаны арта төшкән. Бөтәбеҙгә лә быйыл республикала тотош ғаиләнең ағыуланыуы һабаҡ булырлыҡ: алты йәшлек ҡыҙ бала вафат булды, атаһы һәм улы дауаханаға оҙатылды. Атай кеше бәшмәк төрҙәрен яҡшылап айыра белмәгән , ауыл ситендәге ҡырағай үҫкән бәшмәктәрҙе йыйған. Уларҙың төрҙәрен айыра белмәһәң, йыймауың хәйерлерәк.
Андрей Старостин фотоһы.
Читайте нас