Асыҡланыуынса, бында ла иҫерткес эсемлектәрһеҙ булмай. Йәш ир 28 йәшлек ағаһы менән эсеп ала һәм бергәләшеп яланға сығырға була. Ни сәбәптәндер, үҙе менән һунар мылтығын да ала. Бер мәлдә ағалы-ҡустылы араһында низағ сыға. Бәләкәй ҡусты күп уйлап тормай, мылтығын ала ла, ағаһына атып та ебәрә. Патрон ирҙең түшенә килеп тейә, ул алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була.