Хәүефһеҙлек
18 Сентябрь 2020, 08:30

Буласаҡ ҡайныһы ҡулынан...

Иглиндан насар хәбәр килде: оло йәштәге ир "кейәүе" менән низағлашып китә.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районында фажиғәле хәл булған.
Өфөлә йәшәгән йәш ҡатынға атаһы шылтыратҡан һәм ҡурҡыныс хәбәр еткергән: баҡһаң, буласаҡ ҡайны ҡыҙының һөйгәнен үҙ ҡулдары менән үлтергән.
Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килгәс, енәйәтсе уларҙы өйгә тиҙ генә индермәгән. Һөйләшеү алып барғандан һуң, 67 йәшлек ир хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә ишек асҡан. Унда 29 йәшлек йәш ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар.
Асыҡланыуынса, был көндө пенсионер менән уның ҡыҙының артынан йөрөгән йәш ир алкоголле эсемлектәр менән күңел асҡан. Бер мәл улар араһында бәхәс сыҡҡан, “кейәү” ҡыҙҙың атаһына берҙе тондорған. Был хәл оло кешенең күңелен бик ҡырған, шуға ла ир йоҡлап китеү менән бысаҡ алып уға ташланған...
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, кеше ғүмерен ҡыйған ир закон алдында яуап бирәсәк.
Фото: province.ru
Читайте нас