Хәүефһеҙлек
18 Сентябрь 2020, 12:00

Йәнә янғын, йәнә ҡорбан....

Ярай әле ут күрше-тирәләге йорттарға күсеп өлгөрмәй.

Донъяла бер ниндәй фажиғә-ҡайғы теркәлмәһә ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш бер кемде лә аямай.
17 сентябрҙә Өфө районының Михайловка ауылындағы ике хужаға тип төҙөлгән бер ҡатлы йортта янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәл урынына килгән янғын һүндереүселәр унда 50 йәшлек ирҙең мәйетен тапҡан. Әле йәшнәп йәшәрҙәй ирҙең ғүмере ваҡытынан алда өҙөлә шулай.
Йортто ялмап алған “ҡыҙыл әтәс”те янғын һүндереүселәр тиҙ арала “ауыҙлыҡлаған”. Юғиһә уттың эргә-тирәләге өйҙәргә лә күсеү ихтималлығы булған.
Әле көндәрҙең һалҡынайған мәле. Йылы бар йорттарға ла бирелмәгән, шуға халыҡ электр йылытҡыстарҙы ҡабыҙа башланы. Ә барыһы ла уны ҡулланыр алдынан төҙөклөгөн тикшермәй. Бынан тыш, мейестәрҙең дә уны файҙаланыу талаптарына тап килеүе йәки хәүефһеҙ булыуы зарур.
Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың ғүмеренә һаҡсыл ҡарайыҡ, ул берәү генә!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Читайте нас