Хәүефһеҙлек
19 Сентябрь 2020, 07:45

Был юлы – 80 тирәһе...

Өфө районында теркәлгән хәл барыһын да аптыратҡан.

Өфө районында теркәлгән хәл барыһын да аптыратҡан.
Өфө районының Николаевка ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың береһендә йәшәгәндәр бер нисә төн буйы билдәһеҙ йәнлектең ҡош-ҡортто юҡ итеүенә ризаһыҙлыҡ белдергән. Барлығы 80 тирәһе тауыҡты ниндәйҙер йәнлек ҡырған. Урындағы етәкселәр һәм участковый ауылда йәшәгәндәрҙең ғаризалары буйынса тикшереү үткәргән.
– Урынға хәлде асыҡлау өсөн ауыл биләмәһе башлығы ла сыҡты. Һөҙөмтәлә берәҙәк эт тотолдо, – тип белдергәндәр “Хәбәрҙәр” тапшырыуына республиканың Өфө районы хакимиәтендә.
Фото: golos.ua.
Читайте нас