Хәүефһеҙлек
19 Сентябрь 2020, 19:20

Мөғжизәгә һәр саҡ урын бар...

81 йәшлек уҙамандың бәләнән имен ҡотолоуын видеояҙмаға төшөргәндәр. Асыҡланыуынса...

Кисә Туймазы районынан бик тә көйөнөслө хәбәр килгәйне: Көйөтамаҡ ауылында 81 йәшлек уҙаман юғалыуын матбуғат сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткәйнеләр.
Асыҡланыуынса, оло йәштәге ир ҡатыны менән урманға бәшмәккә барған, унда улар аймылыш булған. Ҡатын имен-һау өйөнә әйләнеп ҡайтҡан, ә бабай... эҙһеҙ юғалған. Хәлде оло кешенең телефон алмауы ҡатмарлаштырған.
Ваҡиға урынына ҡотҡарыусыларҙы, “Лиза Алерт” һәм “Лиза хәүефһеҙлек” ирекмәндәр отрядтарын саҡырғандар.
Бәхеткә күрә, уларҙың тырышлығы яҡшы һөҙөмтә бирҙе һәм бөгөн, 19 сентябрҙә, бабай имен-һау табылған. Ул төн буйы урман буйлап йөрөгән. Уның туғандары менән осрашыуын иһә ҡотҡарыусылыр видеоға төшөргән. Уны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы сайтында ҡарарға мөмкин.
Көҙгө һыуыҡта оло кешенең имен-һау табылыуы – үҙе ҙур шатлыҡ. Әлбиттә, төн эсендә мең уйға батҡан яҡындары бабайҙың табылыуын мөғжизәгә тиңләй.
Фото: ufa.kp.ru
Читайте нас