Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2020, 08:30

Тотош ғаилә юҡҡа сыҡты...

Белорет районындағы ҡот осҡос аварияла ата-әсә һәм бәләкәй балалар һәләк булды.

Кисә төнгө 23.00 сәғәт тирәһендә Башҡортостанда ҡот осҡос авария теркәлде. Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 151-се километрында “Фолкьсваген поло” еңел автомобиле менән ҡаршыға килгән “МАН” йөк машинаһы бәрелешә.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, аварияла тотош бер ғаилә һәләк була. Водитель, уның 27 йәшлек ҡатыны, уларҙың һигеҙ һәм биш йәшлек балалары фажиғә урынында йән бирә. Килеп еткән “Ашығыс ярҙам” табиптары бер нимә лә эшләй алмай.
Урында төнө буйы полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Уларға аварияның сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Ҡараңғы төн, ҡойма ямғыр йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпсе булдымы – әлегә билдәле түгел.
Ҡот осҡос фажиғә. Бер яңылышлыҡ тотош бер ғаиләне юҡҡа сығарҙы... Юлдарҙа ипле йөрөйөк, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас