Бөгөн төндә Благовещенск районының Ильина Поляна ауылында янғын сығыуы хаҡында дежур оператив хеҙмәткә хәбәр итәләр. "Ҡыҙыл әтәс" ялмаған урынға килеп еткәндә, бер ҡатлы кирбес йорттағы өс бүлмәле фатирҙың яныуы асыҡлана. Янғынды һүндереү ваҡытында 1937 йылғы ҡатындың үле кәүҙәһе табыла.
Әле янғындың сығыу сәбәптәре асыҡлана. Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: көндәр һыуытыу менән күптәр йылытыу ҡоролмаларын ҡуллана, уларҙы мебель, бигерәк тә кейем-һалым шкафтарына яҡын ултыртмағыҙ, даими рәүештә күҙәтеп тороғоҙ. Янғын бер кемде лә аямауын һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ.