Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2020, 12:00

Ярҙам килеп етмәгән...

Ике аҙна дауам иткән эҙләүҙәрҙең һөҙөмтәһе билдәле булды һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Бынан ике аҙна элек матбуғат саралары Константин Бузмаковтың хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Бөгөн иһә эҙләүҙәрҙең һөҙөмтәһе билдәле булды һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡыуаныслы түгел: Николаевка ауылында йәшәгән 32 йәшлек ир үле килеш табылған. Уны эҙләгән ирекмәндәр отряды ағзалары ошо хаҡта хәбәр иткән һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдергән. Хәлдең үҙенсәлектәре билдәле түгел.
Мәғлүм булыуынса, Константин Бузмаков 5 сентябрҙә үҙенең ауылдағы йортонан юғалған. Хәбәр итеүҙәренсә, ир медицина ярҙамына мохтаж булған.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Читайте нас: