Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2020, 09:15

Әжәлен ҡайсынан тапҡан...

Өфө эргәһендә ҡот осҡос табышҡа юлыҡҡандар: быға тиклем эҙһеҙ юғалған ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Ул...

Өфө эргәһендә ҡот осҡос табышҡа юлыҡҡандар: быға тиклем эҙһеҙ юғалған ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Ул ҡанлы сепрәккә төрөлгән булған... Асыҡланыуынса, ирҙе шешәләш дуҫтары үлтергән.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, 56 йәшлек ирҙе Глумилино ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан урманда тапҡандар. Ирҙең кәүҙәһендә тәрән дүрт яра иҫәпләгәндәр, ә мәйет ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшерелгән булған, өҫтөнә сүп-сар тоғо һалғандар.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, 9 сентябрҙә ир танышына һәм уның ағаһына ҡунаҡҡа килгән. Иҫерткес эсемлектәр менән кәйеф-сафа ҡорған ирҙәрҙең табыны фажиғәгә әүерелгән: бер мәл 33 йәшлек йорт хужаһы ҡунаҡҡа бысаҡ менән ташланған, ә ағаһы ҡулына ҡайсы алған...
Фажиғәнән һуң был икәү тиҙ арала ҡанлы эҙҙәрҙе йыуып алған, ә кәүҙәне урманға алып барырға ҡарар иткән. Әйткәндәй, 56 йәшлек кешене вәхшиҙәрсә үлтергән ирҙәрҙең икеһе лә быға тиклем хөкөм ителгән булған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: cdnimg.rg.ru/img
Читайте нас