Хәүефһеҙлек
20 Сентябрь 2020, 19:20

Үҙе ғәйепле булһа ла...

Күңелһеҙ хәбәрҙәр менән был ялдарҙың йәме китте...

Күңелһеҙ хәбәрҙәр менән был ялдарҙың йәме китте. Белореттағы аварияла тотош ғаилә һәләк булды тип яҙып та өлгөрмәнек, республиканың башҡа төбәктәренән дә үлемесле авариялар тураһында яңылыҡтар килә башланы.
Бөгөн таң менән Туймазы – Серафимовка юлында булған аварияла йәш ирҙең ғүмере өҙөлдө. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Туймазы ҡалаһында йәшәгән 29 йәшлек ир үҙенең “Киа Рио” автомобилендә тиҙлекте арттыра һәм тупаҫ рәүештә юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙа. Һөҙөмтә үҙен көттөрмәй: ул машинаға идара итеүҙе юғалта һәм юлдан оса. Автомобиль түңкәрелә. Шаһиттар шунда уҡ табиптар саҡырта, тик “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе егет йән бирә.
Был авария буйынса тикшереү эштәре башланды.
Һауа торошо боҙола. Көнө-төнө ямғырар яуа, томан төшә. Шулай уҡ яҡын арала боҙлауыҡ та көтөлә. Ошо ваҡытта авариялар һаны ла арта. Ҡурҡыныс статистиканы тулыландырмайыҡ, юлдарҙа һаҡ йөрөйөк.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас