Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы ирекле янғын һүндереү командаһы ҡарамағында хәҙер янғын һүндереү цистернаһы бар. Янғын һүндереүселәр килгәнсә тәүге янғын һүндереү-ҡотҡарыу буйынса эштәрҙе башҡарыу ирекле янғын һүндереү командаһының бурысы булып тора. Уларҙың иңендә ауылдаштарының ғүмерен һәм сәләмәтлеген, милкен һәм тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау буйынса ҙур яуаплылыҡ ята.
"Һәр яҡлап әүҙем төркмәндәргә эштәрендә уңыштар теләйем! – тип яҙған үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. - Тағы ла бер тапҡыр район халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә иғтибар итеүен һорайым. Уяу булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!"
Көндәрҙең аяҙ һәм ҡоро тороуы төбәктә янғын сығыу хәүефен арттыра. Шуға күрә урманда, шәхси ихаталарҙа сүп-сар үртәү, усаҡ яғыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: ут шаяртыуҙы ғәфү итмәй, бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештәге" сәхифәһенән.