Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, яңы уҡыу йылы башланған мәлдә Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназия һәм 1-се, 17-се мәктәптәр эргәһендә яңы светофорҙар ҡуйылды.
Хала хакимиәте белгестәре әйтеүенсә, уҡыу йорттары янындағы һары төҫө өҙлөкһөҙ янып-һүнеп торған светофорҙар уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш. Өҫтәүенә уларға ҡояштан заряд алған батареялар ҡуйылған. Мәктәп янындағы светофорҙарға ата-әсәләр ҙә ҡыуана, сөнки хәҙер улар балаһы өсөн аҙыраҡ борсоласаҡ.
Ҡала хакимиәте йәйәүлеләрҙе лә, водителдәрҙе лә юлда иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге тураһында даими иҫкәртә.
Мәғлүм булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнә. Быйыл Башҡортостанда уны тормошҡа ашырыуға 7,3 миллиард һумдан ашыу аҡса үленгән, шуның 2,2 миллиард һумы – федераль бюджеттан.