Учалы районында ике үҫмер юғалыуы тураһында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
13 йәшлек Ярослав Кудратов менән 15 йәшлек Данил Кондратьев юғалыуы хаҡында төбәктең “Ғаилә” үҙәгенән хәбәр иткәндәр. Малайҙарҙың балалар йортонда тәрбиәләнеүе мәғлүм.
Үҫмерҙәр ни сәбәптән был һалҡын һәм шыҡһыҙ миҙгелдә ҡасып китергә ниәтләгән, әлегә билдәле түгел.
Учреждение хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙәрҙең имен-һау табылыуын, ҡайҙа икәнлектәре билдәле булыуын, әлеге ваҡытта уларҙы алып ҡайтыу саралары күрелеүен хәбәр иткән.