Хәүефһеҙлек
22 Сентябрь 2020, 09:07

Өфө районы автобуслы булды

Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбендә малай һәм ҡыҙҙар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Унда “Хәүефһеҙлек лаборато­рияһы” балалар юл-транспорт имгәнеүен иҫкәртеү үҙәген асыу тантанаһы үтте.

Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбендә малай һәм ҡыҙҙар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Унда “Хәүефһеҙлек лаборато­рияһы” балалар юл-транспорт имгәнеүен иҫкәртеү үҙәген асыу тантанаһы үтте.


Шул иғтибарға лайыҡ: был башланғыс Бөтә Рәсәй программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Үҙәктең маҡсаты – юлда балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлы­ғында аварияларҙы мөмкин тиклем кәметеү.
Был программа 2017 – 2019 йылдарҙа илебеҙҙең 39 төбәгендә йәйелдерелгән. Инновациялы үҙәктәрҙә балаларҙы биш йәштән алып, йәнә ата-әсәләрҙе һәм педагогтарҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә һәм автомобилдә саҡта үҙеңде тоторға өйрәтәләр.
2020 – 2021 йылдарҙа Рәсәйҙең 46 төбәгендә ошондай үҙәктәр асыла тигән яңылыҡты ишетеү икеләтә һөйөнөслө. Ҡыҫҡаһы, илебеҙҙәге төбәктәрҙең бары­һында ла улар эшләй башлаясаҡ.
“Хәүефһеҙлек лабораторияһы” үҙәге – уңышлы проекттарҙың береһе. Асыҡ-һары төҫтәге махсус автобус, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына барып етеп, хатта иң төпкөл тип иҫәпләнгән ауыл ерҙәрендә йәшәгән ҡыҙ һәм малайҙарҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы юлда үҙеңде дөрөҫ тотоу дәрестәренә йыясаҡ.
Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Динар Ғилметдинов, уҡыусы­ларға мөрәжәғәт итеп:
– Ҡәҙерле балалар, илебеҙгә оло хөрмәт менән ҡарағыҙ, күңелегеҙҙә илһөйәрлек тойғоһон һаҡлағыҙ, – тине. – Балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә, тимәк, һеҙҙең янығыҙҙа йыш булабыҙ, был осраҡлы түгел. Көн дә һәр беребеҙ иртә менән уҡырға йүгерә, эшкә ашыға. Машина юлын арҡырыға киҫеп үтәбеҙ, тротуарҙан атлайбыҙ. Тап бына шунда юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәргә бурыслыбыҙ. Ә инде белем усаҡтарында булғанда, беҙ ана шул юл ҡағиҙәләре менән таныштырабыҙ, һәр йәһәттән дә аңлатыу эше алып барабыҙ. Шуны аңлағыҙ: ғүмер бер генә!
Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, Шамонин ауылына етәрәк мәктәптең балҡып күренеүе, эргә-тирәне йәмләүе күңелдәрҙе күтәрә. Мәғариф учреждениеларында Эске эштәр министрлығының Башҡорт­остан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының хеҙмәте һөҙөм­тәһендә юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү өсөн бихисап саралар бойомға ашырыла. “Йәш инспектор” хәрәкәтенә үҫмерҙәрҙең күпләп ҡушылыуы – шуға асыҡ миҫал.
– Чесноковка (мәктәп һәм балалар баҡсаһы бер ҡыйыҡ аҫтында – автор) һәм Жуков ауылдарында ла өр-яңы мәктәптәр үҙ ишектәрен асты, – тип һөйөнсөләне Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров. – Ғөмүмән, беҙҙә балалар төплө белем һәм күркәм тәрбиә алһын өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Өфө районы мәктәптәренә “Хәүеф­һеҙлек лабораторияһы” үҙәген тапшырыу һәр йәһәттән дә отошло. Шамонин урта мәктәбе директоры Зилә Нурыева билдәләүенсә, Өфө районы мәктәптәренә автобус тапшырыла, тап уларҙа үҙәк асыла, тигән хәбәрҙе еткергәстәр, ифрат шатланған.
– Ҡағиҙәләрҙе аңлатыу, өйрәтеү бер ҡасан да артыҡ түгел, – ти Зилә Заһир ҡыҙы. – Ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тип әйтәләр бит. Беҙ, уҡытыусылар, ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәр ваҡыт юлда ҡағи­ҙәләрҙе үтәп йөрөүен үтенәбеҙ, юл аша “зебра”нан ғына үтегеҙ, светофорҙың ҡы­ҙыл төҫө янғанда сыҡмағыҙ, тип өйрә­тәбеҙ.
Ҡайһы байрам йыр-бейеүһеҙ уҙһын ти! Шамонин мәктәбенең “Дарман” бейеү ансамблендә шөғөлләнгән балалар (етәк­селәре – Алина менән Роберт Хәмиҙул­линдар) дәртле бейеү күрһәтте. “Юл саты” тигән йәш инспекторҙар отряды ҡағи­ҙәләрҙе боҙмаҫҡа саҡырҙы, “Көйләүсе” шаяндар һәм отҡорҙар командаһы ҡыҙҙары һәм егеттәре иһә ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙән әсе итеп көлдө.


Өфө районы.
Читайте нас