Хәүефһеҙлек
22 Сентябрь 2020, 08:30

Хәүефле боролошта идара итә алмай һәләк була

"Иж Планета-5" мотоциклына идара иткән водитель...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Ишембай районында теркәлгән. Биксән-Һайран автомобиль юлының 8-се километрында 49 йәшлек ир "Иж Планета-5" мотоциклы менән хәүефле боролошта техникаға идара итеүҙе юғалта һәм юлдан оса. Мотоцикл түңкәрелә.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән белдереүенсә, "ике тәгәрмәсле" техника хужаһы авария урынында йән бирә. Асыҡланыуынса, уның техникаға идара итеүгә рөхсәт таныҡлығы булмай, шулай уҡ мотоцикл тейешле рәүештә теркәү үтмәгән. Ваҡиға урынында тикшереү эштәре башланған, авария сәбәптәре асыҡлана.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүенсә, үткән тәүлектә республика юлдарында 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 12-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Көндәрҙең кинәт һалҡынайтып ебәреүе, ямғырҙар яуыуы юлдарҙа хәүефте көсәйтә, айырыуса еүеш асфальт һаҡ һәм уяу булыуҙы талап ителә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас