Хәүефһеҙлек
23 Сентябрь 2020, 12:30

71 йәшлек водитель иғтибарлы булһа...

11 йәшлек малай менән был аяныслы хәл теркәлмәҫ ине.

Республика ЮХХДИ-һының баш ҡала бүлеге хәбәр итеүенсә, “Renault Megane” машинаһына идара иткән 71 йәшлек водитель “зебра”ға етеп килгәндә тормозға баҫып өлгөрмәгән һәм самокатта китеп барған 11 йәшлек малайҙы бәрҙергән. Был аяныслы хәл һөҙөмтәһендә баланың башы йәрәхәтләнгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре зыян күргән балаға ярҙам күрһәткән һәм ул өйөнә ҡайтарылған.
Йәйәүлеләрҙе лә, транспорт сараһына идара итеүселәрҙе лә юлдарҙа бик иғтибарлы һәм уяу булырға саҡырабыҙ. Юғиһә, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауҙың тотош кеше яҙмышын селпәрәмә килтереүе, хатта ғүмерен өҙөүе ихтимал...
Фото: республика ЮХХДИ-һы.
Читайте нас