Бөгөн Өфөлә Әй урамындағы күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар унда барып етеүгә, ике бүлмәле фатирҙы ут ялмаған була.
Янғын һүндереүселәр тырышлығы менән йорттан ете кеше ҡотҡарыла, ун кеше хәүефһеҙлек баҫҡыстары аша эвакуациялана, тағы ун кеше үҙаллы урамға сыға.
Бәхеткә күрә, бөтәһе лә иҫән-һау. Ут һүндерелгән. Тикшереү эше башланған. Әммә сәбәбе янғын хәүефһеҙлеген инҡар итеү, ҡағиҙәләрҙе үтәмәү икәне күҙаллана. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, шуға күрә торлаҡтағы электр ҡорамалдарын төҙөк тотоу, түшәктә тәмәке тартмау, балаларҙан шырпы-фәләнде алыҫҡараҡ йәшереү кәрәклеген иҫтән сығармаһаҡ ине.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.