Хәүефһеҙлек
23 Сентябрь 2020, 08:30

Йәйәүлене абайламаған шул...

34 йәшлек ир йөк машинаһы тәгәрмәсе аҫтында ҡала.

Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария була. Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 103-сө километрында Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 34 йәшлек ир автоцистерналы йөк машинаһы тәгәрмәсе аҫтында ҡалған.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Татарстан Республикаһынан булған 33 йәшлек водитель "Mercedes-Benz Axor" йөк машинаһы менән йәйәүлене бәрҙерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсенең шунда уҡ ғүмере өҙөлгән. Водитель белдереүенсә, йәйәүле юл буйынан китеп барған. Хәл ҡараңғы ваҡытта булған, ирҙең кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.
Ваҡиға урыны тикшерелгән, авария сәбәптәре асыҡлана.
Йәнә бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: юлда һәләк булған йәйәүлеләрҙең төп өлөшө ҡараңғы ваҡытҡа тура килә. Шуға күрә кис өйҙән сыҡҡанда үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың кейемдәрендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булыуын ҡайғыртығыҙ.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас