Хәүефһеҙлек
23 Сентябрь 2020, 10:00

Янғында 11 кеше һәләк булған

Көҙгө-ҡышҡы миҙгел етеү менән янғындар һаны ике тапҡырға арта...

Өфө янғын һағы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылда баш ҡалала 1710 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Утта 11 кеше һәләк булған, 35-е төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған.
Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, янғындар һаны 12,7 процентҡа кәмегән. Ҡотҡарыусылар тарафынан 685 кеше эвакуацияланған.
Янғындарҙың 558 осрағы - күп фатирлы, 64-е шәхси йорттарға тура килә.
1118 осраҡта янғын ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙән барлыҡҡа килгән, 353 бәлә - электр ҡорамалдарын, ҡалған осраҡтар мейесте дөрөҫ ҡулланмауҙан килеп сыҡҡан.
Статистика күрһәтеүенсә, көҙгө-ҡышҡы миҙгел етеү менән янғындар һаны ике тапҡырға арта. Профилактика маҡсатында, баш ҡалала 15 сентябрҙән 31 октябргә тиклем “Йылытыу” операцияһы иғлан ителгән.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас