Хәүефһеҙлек
24 Сентябрь 2020, 07:00

Үлемесле хәмерҙе үҫмер ҡайҙан алған?

Тәтешле районынан үтә аяныслы, фажиғәле хәбәр килде: ауыл магазины эргәһендә 14 йәшлек үҫмерҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған.

Тәтешле районынан үтә аяныслы, фажиғәле хәбәр килде: ауыл магазины эргәһендә 14 йәшлек үҫмерҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Һигеҙенсе класс уҡыусыһының кәүҙәһен 21 сентябргә ҡараған төндә осраҡлы үтеп барыусы тапҡан. Вафат булған малайҙа тән яралары юҡ, әммә эргәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре спиртлы эсемлектән бушаған быяла шешә тапҡан.
Бер фараз буйынса, үҫмер ниндәйҙер спиртлы эсемлектән ағыуланған булыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта суд-медицина экспертизаһы уҙғарыла.
Үҫмер менән нимә булған? Әгәр үрҙәге фараз дөрөҫ булһа, үлемесле хәмерҙе ул ҡайҙан алған? Кемдер уны ошо фажиғәгә тиклем күргәнме? Һорауҙар күп һәм улар тиҙҙән асыҡланыр, тип ышанғы килә.
Фото: korupciya.com
Читайте нас