Хәүефһеҙлек
24 Сентябрь 2020, 08:00

Йортта – ирле-ҡатынлы мәйете

Ҡот осҡос хәл Нефтекама ҡалаһында асыҡланған...

21 сентябрҙә кискә ҡарай Нефтекама ҡалаһындағы шәхси йорттарҙың береһендә ҡот осҡос "табышҡа" юлығалар: ирле-ҡатынлы 63 йәшлек ир менән 59 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр иткән.
Билдәле булыуынса, һәләк булған парҙың кәүҙәләрендә йәрәхәт эҙҙәре асыҡланмаған. Уларҙың нисек үлгәнен асыҡлау өсөн мәйеттәрҙе суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
Урынға шунда уҡ полиция һәм тәфтиш комитеты вәкилдәре бара. Улар өйгә һәм газ ҡорамалдарына булған документтарҙы ала. Фараздарҙың береһе буйынса, ир менән ҡатындың газдан ағыуланыуы ихтимал.
Фото: Тәфтиш комитеты.
Читайте нас