23 сентябрҙә Өфөлә ун йәшлек Даниил Чернявскийҙың юғалыуын хәбәр иткәйнек инде. Көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә өйҙән сығып киткән малай ҡайтмаған, телефон бәйләнеше лә юҡ, тип ата-әсәһе бик ҡайғырып, полицияны аяҡҡа баҫтырғайны.
Даниилдың яҡындары ярҙам һорап, “Поиск детей-Уфа” ирекмәндәренә лә мөрәжәғәт иткән. Даниилды күргән кешеләр булһа, зинһар, полицияға йәки ирекмәндәргә шылтыратығыҙ, тип телефон номерын да биргәйнеләр.
"Лиза Алерт" ирекмәндәре лә баланы эҙләүгә әүҙем ҡушылды. Тырышлыҡ бушҡа китмәне - бөгөн иртәнсәк малайҙың имен-аман табылыуы тураһында шатлыҡлы хәбәр килде. Асыҡланыуынса, Даниил ҡала буйлап көнө буйы йөрөгән, уны Салауат Юлаев проспектында тапҡандар. Әле малайҙың ни өсөн өйҙән китеү сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр полицияла.