Хәүефһеҙлек
25 Сентябрь 2020, 14:00

Дүрт балаһын етем ҡалдырып...

"Һыуҙа, ағас янында таптыҡ. Хәҙер ағайым, апайым, һеңлем, мин, олатай һәм әсәй генә тороп ҡалдыҡ. Туғандарымдың икәүһе балалар церебраль фалижы менән сирләй."

Шишмә районында 42 йәшлек ирҙең сәйер рәүештә юғалыуы хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне. Аҙағыраҡ был ваҡиғаның нескәлектәре асыҡланды. Ринат Мәхмүтов 18 сентябрҙә Ураҙбахты ауылында өйөнән сығып киткән һәм башҡаса әйләнеп ҡайтмаған.
“Горобзор” порталы хәбәр итеүенсә, был көндө ир ҡатыны менән көнләшеү нигеҙендә әрләшеп киткән. Унан ауыл магазинына барып, спиртлы эсемлек һатып алған һәм йылға буйына төшкән. Атаһы өсөн борсолған улдары уны шунда тап иткән, тик ир өйгә ҡайтыуҙан баш тартҡан.
Егеттәр атаһы менән байтаҡ һөйләшеү алып барған, ҡайтырға өгөтләгән, тыңламағас, эсеп бөтмәгән араҡыһын да алып киткәндәр. Ир йылға ярында тороп ҡалған.
Ошо ваҡыттан һуң Ринаттан бер хәбәр ҙә булмаған. Егеттәр атаһы өсөн бик борсолған һәм уны имен-һау табырға өмөтләнгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 23 сентябрҙә Ринат Мәхмүтовтың йәнһеҙ кәүҙәһе йылға буйында табылған. Улы белдереүенсә, ул үҙ-үҙенә ҡул һалған.
“Горобзор” порталы аша шуныһы ла мәғлүм булды: ирҙең дүрт балаһы ҡалған, уларҙың икәүһе ауыр сиргә дусар.
– Һыуҙа, ағас янында таптыҡ. Хәҙер ағайым, апайым, һеңлем, мин, олатай һәм әсәй генә тороп ҡалдыҡ. Туғандарымдың икәүһе балалар церебраль фалижы менән сирләй. Ә ерләү буйынса яҡындар ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, – тигән Ринаттың бер улы.
Ирҙе Ураҙбахты ауылында һуңғы юлға оҙатҡандар. Уның яҡындарына түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: “Горобзор” порталы.
Читайте нас