Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы 29 йәшлек Мәүлүк Ҡалмыҡовты эҙләү хаҡында хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, был ир ауыр енәйәт ҡылған: бер кешене ныҡ итеп туҡмаған, ҡаза күреүсе алған тән йәрәхәттәренән йән биргән.
Фажиғә 4 сентябрҙә Бәләбәй ҡалаһында булған.
Полиция ҡанһыҙ енәйәтсенең билдәләре шулай тип белдерә: 35-40 йәш тирәһе, буйы 170 сантиметр самаһы, ҡара күҙле, һаҡал-мыйыҡлы булыуы ихтимал.
Фотолағы кеше таныш тойолһа, ошо телефондар буйынса шылтыратыуығыҙ, йә полицияға мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала: 8-963-900-05-50, 8-999-741-11-50, 279-39-02, 279-32-92 йәки 02 (кеҫә телефонынан –102).