Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь 2020, 08:30

Иҫерек арҡаһында ғүмере өҙөлдө...

Мәсетле районында "Лада Веста" менән "ВАЗ-2107" автомобилдәре бәрелешеп...

Мәсетле районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, райондың Ҡорғат ауылында "Лада Веста" һәм "ВАЗ-2107" автомобилдәре бәрелешә. Тәүгеһенең рулендә Бәләбәй ҡалаһынан 56 йәшлек водитель булһа, "етенсе" моделдә 65 йәшлек ир ултырған. Һөҙөмтәлә икенсе автомобиль салонындағы 63 йәшлек ҡатын авария урында һәләк була, ундағы шофер төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла (әйткәндәй, уның водитель танытмаһы бөтөнләй юҡ).
"Лада Веста"ға идара иткән ирҙең эскән булғаны асыҡланған. Юл хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең күп тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, эскән килеш руль артына ултырғандар кәмемәй. Иҫерек водителдәр үҙҙәренең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя, аварияларға юл аса. Юл тәртипһеҙлекте ғәфү итмәй: тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек, һаҡ һәм яуаплы булайыҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас