Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь 2020, 17:30

Үҫмерҙең үлемендә кем ғәйепле?

Аҡсәйет ауылында 14 йәшлек үҫмерҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылғаны хаҡында хәбәр иткәйнек. Асыҡланыуынса...

Тәтешле районының Аҡсәйет ауылындағы магазин эргәһендә 14 йәшлек үҫмерҙең йәнһеҙ кәүҙәһе табылғаны хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
“Комсомольская правда” порталы белдереүенсә, был аяныслы ваҡиға менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә, атап әйткәндә, хәлде прокуратура тикшерәсәк.
Мәғлүм булыуынса, һигеҙенсе класс уҡыусыһының кәүҙәһен 21 сентябргә ҡараған төндә осраҡлы үтеп барыусы тапҡан. Вафат булған малайҙа тән яралары юҡ, әммә эргәһендә полиция хеҙмәткәрҙәре спиртлы эсемлектән бушаған быяла шешә тапҡан. Бер фараз буйынса, үҫмерҙең ошо эсемлектән ағыуланған булыуы ихтимал.
Әлеге ваҡытта суд-медицина экспертизаһы уҙғарыла. Һорауҙар күп һәм улар тиҙҙән асыҡланыр тип ышанайыҡ.
Фото: mayaksbor.ru
Читайте нас