Хәүефһеҙлек
26 Сентябрь 2020, 05:30

Рәмилде тағы эҙләйҙәр...

Малайҙың быға тиклем дә бер нисә тапҡыр сығып киткәне мәғлүм. Асыҡланыуынса...

Баш ҡалала тағы ла бер үк 12 йәшлек үҫмерҙе эҙләйҙәр.
Рәмил Волжанин 21 сентябрҙә ғәйеп булған. Малай быға тиклем бер нисә тапҡыр сығып юғалған, һуңғы тапҡыр уны 10 августа эҙләгәйнеләр.
Мәғлүм булыуынса, ул саҡта Рәмилде ете көн үткәс, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре Сипайлово биҫтәһендә тапҡан.
Әле Рәмилде эҙләү хаҡында “Лиза Алерт” ирекмән эҙләүселәр отряды мәғлүмәт таратҡан.
Ул ҡыҙыл ветровка, ҡара жилет, бесболка, кроссовки һәм салбар кейгән булған. Рәмилдең буйы 153 сантиметр самаһы, ябыҡ кәүҙәле, зәңгәр күҙле.
Әгәр ҙә уның тураһында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, 89373116606 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: proufu.ru
Читайте нас