Артем Мазов. Һуңғы йылда был исемде йыш ишетәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик кире яҡтан телгә алына. Ул үҙенең ике балаһын үлтереүҙә ғәйепләнә шул...
Был тарихты белмәгән кеше һирәктер. Былтыр көҙ ир ике бәләкәй балаһы менән ғәйеп булды. Бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң, йәй көнө балаларҙың кәүҙәһе һыу аҫтынан килеп сыҡты. Ә Артем үҙе юҡ...
Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Артемды эҙләүҙе дауам итә. Эш бер юлы ике йүнәлештә алып барыла. Был турала идаралыҡтың етәксеһе, полиция полковнигы Рәмил Ермеев һөйләгән.
"Мазовты үлтереү статьяһы буйынса федераль эҙләү иғлан иттек. Шул уҡ ваҡытта йылғалар буйлап та эш дауам итә. Һауа температураһы биш градустан түбән булһа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре йылғанан эҙләүҙе туҡтатып торасаҡ. Икенсе йыл яҙ менән йәнә дауам итәсәк", - тине ул.
Бынан тыш, Рәмил Ермеев балаларҙы һәм ирен үлтереүҙә уның ҡатыны Эльмира Мазованың ҡатнашлығы бар тигән мәғлүмәткә ҡарата фекерен белдерҙе. Тормошон икенсе кеше менән башлар өсөн Эльмира балалары һәм ирен үлтергән тигән фараз да йөрөгән.
“Беҙ розыск саралары үткәрҙек һәм Артемдың төҙөлөш магазинына барып бау һатып алғанын асыҡланыҡ. Өйҙән өрөп тултырыла торған матрас алған. Алдан түгел, ә ҡапыл әҙерләнгән ул. Йылға буйына сыҡҡан, матрасҡа тын өргән, магазинда һатып алған бау менән балаларын бәйләгән. Был тап шулай булған, уны дәлилләнек”, - ти Ермеев.
Мазовтың билдәләре: ҡарап тороуға 35 йәштәрҙә, буйы 186 см, ябыҡ, күҙҙәре һоро. Ҡара куртка, зәңгәр джинсы салбар, һоро ботинка кейгән.
Уға бәйле мәғлүмәт булһа, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Мазовты табыуҙа ярҙам иткән хәбәр өсөн ярты миллион һум аҡса ла вәғәҙә итәләр.