Республикала М-5 трассаһында йөк тракторы “Лада Приора” автомобилен ғәмәлдә иҙгән тиергә була. Утыҙ йәшлек автомобиль водителе "Ашығыс ярҙам" килгәнсе йән биргән.
Яҡынса тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, авария Бүздәк районында 25 сентябрь иртәһендә теркәлгән. Трассаның 1368 километрында Туймазы водителе идара иткән “Лада Приора” менән “Kenworth” йөк автомобиле бәрелешә. Трактор руле артында 49 йәшлек водитель ултырған.
"Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ауыр йәрәхәттәр ала, "Ашығыс ярҙам" килгәнсегә тиклем вафат була. Фажиғә сәбәптәрен тикшереү бара", - тип хәбәр итә дәүләт автомобиль инспекцияһы инспекторҙары.
Үткән тәүлектәрҙә республика юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған һәм 18-е йәрәхәтләнгән, 57 иҫерек водитель тотолған. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, уяулыҡ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү һәр водитель өсөн мотлаҡ. Имен-аман йөрөгөҙ!