Бөгөн Туймазы районының Үрге Бишенде ауылында ҙур янғын сыға. Ут ферма бинаһын ялмап ала.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төшкө аш мәлендә Мәктәп урамындағы фермала янғын башлана. Ут һүндереүгә 11 берәмек техника һәм 27 ҡотҡарыусы йәлеп ителә. Бер сәғәттән эшкә нөктә ҡуйыла.
Бәхеткә күрә, малдарҙың барыһын да ҡотҡаралар, янғында улар ҙа, кешеләр ҙә зыян күрмәй. Ут өс мең квадрат метр майҙанға зыян килтерә.
Янғын сығыу сәбәбен тикшереүселәр һәм тикшеренеү лабораторияһы белгесе асыҡлаясаҡ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы видеоһынан скриншот.