Кисәге көн дә юлдар ҡорбандарһыҙ ғына булманы: ике йәш кешенең ғүмере өҙөлдө.
26 сентябрҙә Башҡортостанда йәш ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был турала республика ЮХХДИ-һы хәбәр итә.
Фажиғә Белорет - Учалы - Мейәс юлының 149-сы километрында булған. Юлда "Мазда МПВ" (рулдә - 58 йәшлек Учалы кешеһе) һәм ВАЗ-2109 (18 йәшлек Мейәс кешеһе) бәрелешкән. Көслө бәрелеүҙән ВАЗ автомобилендә ултырған пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Бынан тыш, ошо уҡ машиналағы 26 йәшлек ҡыҙ зыян күргән. Шундай ҙур аварияға нимә сәбәпсе булған - әлеге ваҡытта тикшерелә.
Ошо уҡ кистә Салауат районында ла үлемесле аварияға юл ҡуйыла. Киске сәғәт туғыҙҙарҙа Кропачев - Мәсәғүт юлында. Алдан фаразлауҙар буйынса, "КИА Спектра" рулендәге 32 йәшлек урындағы кеше юлда китеп барған 29 йәшлек егетте тапатҡан. Бик ҡыҙғаныс хәл: йәйәүле медицина хеҙмәткәрҙәре килгәнсе үк һәләк булған, уларға үлемде дәлилләп яҙырға ғына ҡалған... Асыҡланыуынса, егет юлды ярамаған урындан сығып барған, ҡараңғы ваҡыт, ә кейемендә яҡтылыҡ айтарыусы элемент булмаған...
Юлдарҙа иғтибарлы, һаҡ булайыҡ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек.