Ағымдағы йылдың июнендә Башҡортостандың Юғары суды Суд коллегияһы дознаватель ҡыҙҙы көсләү буйынса йәмәғәтселектә киң билдәле булған енәйәт буйынса, ваҡиғала ҡатнашҡан кешеләрҙең апелляция ялыуҙарын ҡарағандан һуң, өс полиция хеҙмәткәренә аҡлау ҡарарҙары сығарыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.
2018 йылда дознаватель ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнгән Ҡырмыҫҡалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Салауат Ғәлиевте һәм Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы Эдуард Матвеевты тулыһынса аҡланылар. Ә Өфө районы буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Павел Яромчук иһә тәүҙә алты йылға хөкөм ителгән булһа, июндәге судта был ваҡытты дүрт йылға тиклем ҡыҫҡарттылар.
Йәмғиәттә был яңылыҡ күптәрҙе шаҡ ҡатырғайны.
Әле иһә шул мәғлүм булды: Павел Яромчукты Түбәнге Тагил ҡалаһындағы колониянан ҡабат Өфөгә, СИЗО-ға күсерәсәктәр.
Асыҡланыуынса, өҫтәмә тикшереү эштәре планлаштырылған.
Был хаҡта “Башинформ” порталы хәбәр итә. Яромчуктың адвокаты Наил Баһауетдинов әйтеүенсә, был хәл бик үк яҡшы түгел.
Унан тыш, зыян күреүсе лә, хөкөм ителеүсе лә Башҡортостандың Юғары суды сығарған хөкөм ҡарарына кассация биргәне мәғлүм.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.