Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә таксистар бер пассажирҙы туҡмаған һәм уны “зеленка” менән ҡойондорған. Йәнәһе, ирҙең таксиға түләрлек аҡсаһы булмаған. Унан шулай итеп үс алғандар.
Ошондай хәбәр социаль селтәрҙәрҙә таралды, уны матбуғат саралары ла элеп алды.
Яҙма фото менән дә нығытылған, унда антисептик менән ҡойондоролған ир төшөрөлгән. Шаһит яҙыуынса, хәл “Мотор төҙөүселәр” туҡталышынан йыраҡ түгел урында булған.
"Пассажир апаһына барырға йыйынған, унан аҡса алып, юл хаҡын түләргә вәғәҙәләгән. Әммә таксистар ышанмай, уға ташланған һәм ошо хәлгә еткергән. Әле зыян күреүсе полицияға ғариза яҙған", – тип ышандыра шаһит.
Әммә был фаразға ышанмағандар ҙа бар. Шулай уҡ кемдер ирҙе, бәғзеләр таксисты яҡлап яҙа. Ҡайҙа ысынбарлыҡ һәм хәҡиҡәт – ваҡыт асыҡлар.
Фото: “Комсомольская правда порталы”.