Ҡариҙел яғынан ауыр хәбәр килде: бер ғаиләләге сираттағы низағ ҡан ҡойош менән тамамланған - ҡатын иренең эсенә бысаҡ менән сәнскән.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә һәм хәл 20 сентябрҙә үк теркәлгән тип иҫкәртә.
Зыян күреүсене иҫһеҙ хәлдә район дауаханаһына алып килгәндәр.
Асыҡланыуынса, фажиғәле кистә ир менән ҡатын әрләшеп киткән, бәхәс ошондай насар хәл менән тамамланған. Мәғлүм булыуынса, ирҙең бауыры ныҡ зарарланған, эсәктәренә лә зыян килгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре яралы ир хаҡында полицияға хәбәр итеү менән, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре юлға сыҡҡан. Улар ирен яралаған ҡатынды ҡулға алған.
Әйткәндәй был ваҡытта, ханым иҫерек булған. Ул ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.