Хәүефһеҙлек
29 Сентябрь 2020, 13:00

400 мең һум аҡсаһынан "ҡолаҡ ҡаҡҡан"

Колледж уҡытыусыһының банк картаһындағы аҡсаһы юҡҡа сыҡҡан. Быға нимә сәбәпсе булған?

Кеше иҫәбенә байырға теләп мутлашыусылар йәнә әүҙемләште: улар хәҙер әбей-бабайҙарҙы ғына түгел, хатта юғары белемле уҡытыусыларҙы ла төп башына ултырта. Күптән түгел Бөрө ҡалаһы колледжында эшләүсе бер уҡытыусы таныш булмаған кешенең шылтыратыуынан һуң 400 мең һум аҡсаһын юғалтҡан.
Тәүҙә 30 йәшлек ханымға билдәһеҙ номерҙан шылтыратҡандар. Шылтыратыусы үҙен Рәсәйҙең иң ҡеүәтле банкының хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыра һәм һөйләшеү барышында ҡатындан банк картаһы реквизиттарын һәм операцияларҙы раҫлау кодтарын әйттерә. Мутлашыусының бар талаптарын теүәл үтәгән уҡытыусының банк иҫәбенән 409 мең һум аҡсаһынан "елдәр оса".
Зыян күреүсе хоҡуҡ һаҡлау органына иртәгеһенә генә мөрәжәғәт итә. Ҙур күләмдә аҡса урлау факты буйынса енәйәт эше асылған, әле тикшереү башланған.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: таныш булмаған телефон номерынан үҙҙәрен банк хеҙмәткәре тип танытҡан кешегә бер ваҡытта ла банк картағыҙҙың һандарын әйтмәгеҙ.
Фото: gazeta.ru
Читайте нас