Бөгөн төндә 112 системаһына баш ҡаланың Киров районына ҡараған Мокроусов ауылындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендә янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.
Ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереүселәр, полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре юллана.
"Бер ҡатлы баҡса йортоноң, мунсаның һәм ике автомобилдең янғаны асыҡлана. Янғын һүндереүселәр уттың күрше йорттарға күсеүенә юл ҡуймай. Эш барышында 39 йәшлек ир кешенең мәйете табыла. 51 йәшлек ҡатын зыян күрә, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла”, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғындың сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү башланған.
Фото Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.