Хәүефһеҙлек
30 Сентябрь 2020, 12:30

Ҡулайлама ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

Ҡариҙел районында ҡуйылған янғынға ҡаршы ҡулайламалар арҡаһында янғындар һаны кәмегән.

Ҡариҙел районында торлаҡ йорттарға янғынға ҡаршы ҡулайламалар ҡуйыу буйынса әүҙем эш дауам итә. Был ҡулайлама уттан һаҡлауҙың иң һөҙөмтәле сараларының береһе булып һынала, сөнки ул бәләкәй генә төтөндө лә тоя һәм сигнал биреп кешеләрҙе ваҡытында иҫкәртә.
Был эшмәкәрлектең төп бурысы – янғын сығыу хәүефе нығыраҡ янаған кешеләрҙе иҫкәртеү. Бөтәһе район буйынса 7547 ҡулайлама ҡуйылған, быйыл ғына – 1600. Был эштең һөҙөмтәһе бар – былтырғы йыл менән сағыштырғанда районда янғындар әҙерәк булған.
Дөйөм алғанда, 2016 йылдан алып республикала янғынға ҡаршы 214 138 ҡулайлама ҡуйылған (2019 йылда – 91 082, 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем 77 648).
Уларҙы бушлай алыу хоҡуғы хәүефле социаль хәлдә булған ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән күп балалы, 2019 йылдың 15 ноябренән һуң балаһы тыуған ғаиләләр, 55 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәгән кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштарҙа һәләк булған инвалидтарҙың ғаилә ағзалары, 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған һәм ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә бирелә. Һуңғы категория буйынса үҙгәрештәр быйыл 16 марттан индерелде һәм ҡулайлама алыр өсөн уларға ғариза бирергә кәрәк.
Автономлы янғын ҡулайламаһы алыу өсөн Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенә 8 (347) 272-00-24 телефоны буйынса эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға йәки centrppu@ppsrb.ru. электрон адресына яҙырға була.
Читайте нас