Хәүефһеҙлек
1 Октябрь 2020, 17:30

Дыуанда - фажиғә...

Бәрелеш шул тиклем көслө була: ваҡиға урынында 17 йәшлек пассажир һәм бахыр малҡайҙар йән бирә...

Дыуан районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Дыуан-Ләмәҙ автомобиль юлының 2-се километрында "ВАЗ-2110" машинаһына идара иткән 20 йәшлек водитель юл аша ҡолондары менән үтеп барған бейәне төкөткән. Бәрелеш шул тиклем көслө була: ваҡиға урынында 17 йәшлек пассажир һәм бахыр малҡайҙар йән бирә.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, өҫтәүенә автомобилдәге 18 һәм 17 йәшлек егеттәр дауаханаға оҙатылған. Асыҡланыуынса, йәштәр байрам иткән, береһенең тыуған көнөн билдәләгән. Шулай уҡ водителдең иҫереклеге, машинаға идара итеү өсөн таныҡлығы юҡлығы мәғлүм булған. Авария ҡуйы томан шарттарында теркәлгән.
Водитель танытмаһы булмай тороп, етмәһә, эскән килеш машина руле артына ултырыу, өҫтәүенә пассажирҙар алыу, кеше ғүмерен ҡыйыу... Ошондай хәлдәргә юл ҡуймайыҡ! Юлдарҙа һаҡ, яуаплы, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы булайыҡ!
Фото: ЮХХДИ
Читайте нас