Статистиканан күренеүенсә, ағыуланыу осраҡтарының күбеһе Өфөгә тура килә. Шуларҙың араһында башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға – туғыҙ айлыҡ һәм бер йәшлек сабыйҙарҙың алкоголдән ағыуланыуы. Шулай уҡ 13 йәшлек - дүрт, 8 һәм 12 йәшлек - ике, 14 йәшлек биш бала ошондай хәлгә дусар булған. Баш ҡаланан тыш, Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Салауатта һәм Өфө, Салауат райондарында хәүефле ваҡиғалар теркәлгән.