Хәүефһеҙлек
1 Октябрь 2020, 07:30

Йәнә авария, йәнә ҡайғы...

Төмәнәк ауылының Клуб урамында “ВАЗ-2110” автомобиленә идара иткән ир, ни сәбәптәндер, машинаһы менән канауға ҡолаған.

Туймазы районында киске мәлдә булған юл-транспорт ваҡиғаһы фажиғә менән тамамланған. Башҡортостан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, Төмәнәк ауылының Клуб урамында “ВАЗ-2110” автомобиленә идара иткән ир, ни сәбәптәндер, машинаһы менән канауға ҡолаған.
Тәүҙә автомобиль юл билдәһен бәреп йыҡҡан һәм түңкәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла 64 йәшлек пассажир ҡатын һәләк булған. Йәрәхәтләнгән водителде дауаханаға оҙатҡандар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аварияның сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләнә.
Оло юл бәләкәй генә хаталарҙы ла ғәфү итмәй. Водителдәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ, имен-аман йөрөгөҙ, яҡындарығыҙҙы ҡара ҡайғыға һалмағыҙ!
Фото:ЮХХДИ
Читайте нас