Кисә Өфө ҡалаһынан 14 йәшлек Ҡәҙриә исемле ҡыҙҙың юғалыуы, уны полиция, ирекмәндәр, туғандары эҙләүе, уларҙың мәғлүмәтте таратыуҙа ярҙам һорауы тураһында хәбәр иткәйнек.
Бөгөн үҫмерҙең табылыуы мәғлүм булды. Бәхеткә күрә, Ҡәҙриә иҫән-һау. Ул Өфөнән мең саҡрымдан ашыу алыҫлыҡтағы Омск ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан поезда табыла.
Был хаҡта уның апаһы Лилиә социаль селтәрҙә видеояҙма һалды. "Бала табылды. Беҙ әле уны алып ҡайтыу өсөн самолетҡа билет алыу, юлға йыйыныу менән мәшғүлбеҙ. Бөгөн юлға сыҡһаҡ, иртәгә йәки иртәнән һуңға туғаным өйҙә булыр, тип уйлайым", - тигән ул.
Билдәле булыуынса, ҡыҙыҡай кисә иртәнсәк 6.40 сәғәттә өйөнән сығып киткән ине. Бер тәүлектә шул сама юл үткән үҫмерҙең ниндәй маҡсатта юлға сығыуы әлегә билдәле түгел. Иң мөһиме - үҫмер иҫән-һау.