Хәүефһеҙлек
1 Октябрь 2020, 19:30

Өлкән йәштәге ир әрәм...

Учалы районы ауылында - янғын...

1 октябрь төндә 112 системаһына Учалы районының Илтабан ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.
«Клуб урамында 9х9 размерлы ағас йорттоң янғаны асыҡлана. Янғын һүндереүселәр уттың күрше йорттарға күсеүенә юл ҡуймай, “ҡыҙыл әтәс” 40 минут эсендә ауыҙлыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш ваҡытында 70 йәшлек ирҙең мәйете табыла”, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғындың сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү башланған.
“Статистика күрһәтеүенсә, көҙгө-ҡышҡы миҙгел етеү менән янғындар һаны ике тапҡырға арта. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим”, - тип иҫкәртәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас